Бөгөн беҙҙең телеканалда өр-яңы проект. Уны «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы тәҡдим итә. Телевизион конкурс музыкаға һәләтле балалар араһында ойошторолған. Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә тормошҡа ашырылған тапшырыу тураһында киләһе яҙмала.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтТиҫтерҙәре быйыл эҫе йәйҙә һыу ингән, ҡомда ҡыҙынған мәлдә улар сәғәттәр буйы ҡурайҙа халыҡ көйөн һыҙҙыртҡан, фортепьяно артында ултырған, скрипка ҡылдарын тибрәткән. Телевизион конкурста ҡатнашҡан балалар менән проектҡа төшөү ҙә йәй көнө уҙған.
Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында уҡыған Баймаҡ ҡыҙы Линера Сакинала халыҡ көйҙәренә һөйөү нәҫелдән килә.
«Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының «Елкән» конкурсы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт тарихы йылына арнала.
Конкурста 8 йәштән 14 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәрен һәм халыҡ көйҙәрен уйнай. 173 бала ҡатнашырға теләк белдергән.
Номинациялар дүртәү: фортепиано, ҡыллы, тынлы һәм халыҡ музыка ҡоралдары. Өс турҙан тора: һайлап алыу туры-видеояҙмалар буйынса, конкурс туры, финал. Аҙаҡҡы этапта йәш музыканттар милли симфоник оркестр менән сығыш яһау мөмкинлеге ала. Әле проект авторҙары финалға үткән 12 баланың оркестр менән сығышын әҙерләй.
Конкурстың Гала-концерты Өфөлә октябрь аҙағында уҙа. Телепроект кесе йома һайын эфирға сыға. Ике сәғәткә яҡын дауам иткән тапшырыу киске һигеҙ тула ун биш минутта башлана.
Рәмилә Исмәғилева