Төркмәнстанда ҡоллоҡта булған Гөлбинә Ғилуанова 30 йылдан һуң өйөнә ҡайтты!

Әсе яҙмыштың бәхетле минуттары. Төркмәнстанда ҡоллоҡта булған Гөлбинә Ғилуанова 30 йылдан һуң өйөнә ҡайтты! Туғандары уны күптән үлгәндер тип уйлаған. Әммә шаҡ ҡатырғыс хәбәр барыһын да хайран ҡалдыра. 

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

«Өфө» аэропортында хәҙер инде олоғайған ҡатынды бер туған Рәшиҙә апаһы ҡаршы алды. Туғандар 90-сы йылдар башында даими хәбәрләшеп тора. Тик ни өсөндөр хаттар килеүҙән туҡтап ҡала.

Ошо йылдар эсендә Гөлбинә бер минутҡа ла яҡындарын күреүгә өмөтөн өҙмәй. Ул ваҡытта 19 йәшлек кенә ҡыҙ йәшлек мөхәббәте артынан Төркмәнстанға юллана. Ләкин Азия республикаһына барыу менән Гөлбинә кейәүенең ҡолона әйләнә. Лебап тип аталған ауылда ул тиҫтәләрсә ғаиләне хеҙмәтләндерә, ә эшләгән бар аҡсаһын ғаилә башлығы үҙенә тотона.

Былтыр урындағы ҡатын Гөлбинәнең ауыр яҙмышы тураһында ишетә һәм был турала социаль селтәрҙәрҙә туғандарына яҙа. Ҡатынды тыуған еренә ҡайтарыуҙа Башҡортостан башлығы ҙур ярҙам күрһәтә. Радий Хәбиров сит илдәр министры Сергей Лавров менән бәйләнешкә сығып документтар юллауҙа булышлыҡ итеүҙе һорай.

Илдар Байбулатов