Республика башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан халҡының коронавирустан прививка эшләтмәүенә борсолоу белдерҙе. Ул Өфө районындағы Республика клиник дауаханаһын ҡараны, оператив штаб ултырышы үткәрҙе. "Коронавирус буйынса хәлде даими күҙәтеп барабыҙ. Табиптар ауыр шарттарҙа эшләй.Прививка эшләтмәгән кешеләр сирҙе ауыр үткәрә. Вакциналанауҙы арттырыуға һәм инфекция таралыуын сикләүгә бәйле саралар ҡабул итәбеҙ"-, тине Радий Хәбиров.