Коронавирус сирлеләр һаны арта бара

 Рәсәй өсөн ҡатмарлы ваҡыт етте. Вице-премьер Татьяна Голикова белдереүенсә, хәүефһеҙлек талаптарын үтәргә кәрәк, һәр кеше үҙен һәм яҡындарын һаҡларға бурыслы. Рәсәйҙә һуңғы өс аҙнала коронавирус менән ауырыусылар һаны арта бара. Өфөлә  коронавирустан  мобиль  вакциналау урындары  кәметелде. 11 прививка эшләү үҙәгенән өсәү ҡалды. Улар "Торатау" конгресс-холында, "Башҡортостан" лайфстайл үҙәгендә һәм "Планета" сауҙа үҙәгендә эшләй. Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бөгөнгә Башҡортостанда халыҡтың 80 процентына коронавирустан прививкалау бурысы ҡуйылғайны, әле был һан 50 проценттан арта. Коронавирус таралыуға бәйле Башҡортостанда өҫтәмә сикләү ҡабул ителде. Республика башлығының Указы бар. Төрлө учреждениеларҙа халыҡ һаны сикләнә.