Боҙ урынынан ҡуҙғалған. Биҫтәлә һыу буласаҡ

    Благовещен ҡалаһының Төньяҡ биҫтәһендә Округ урамында йәшәгән Лилиә Мәғизова һыуһыҙ йәшәүҙәре тураһында хәбәр ҡалдыра.

  ”Ярҙам итегеҙ! Байтаҡ йыл һыуһыҙ йәшәйбеҙ. Интегәбеҙ. Ҡыш торба һалдылар, әммә шуның менән эш тә бөттө”, тип яҙған ҡатын социаль селтәрҙә.

    “Водоканал” предприятиеһының баш инженеры Александр Сусликов белдереүенсә, Төньяҡ биҫтәлә абоненттарҙы һыу менән тәьмин итеүҙең үҙәкләштерелгән селтәрҙәренә тоташтыра башлағандар. 2021 йылдың 16 сентябренә халыҡтан 400 самаһы ғариза ҡабул ителгән. 238 шәхси йортта техник тоташтырыу үткәрелгән. Предприятие белгестәре һәр йорт хужаһы менән килешеү төҙөгәндә бөтә мөрәжәғәттәр буйынса аңлатма бирә. Һорауҙарығыҙ булһа, ошо телефон буйынса шылтыратырға була: 8 (34766) 2-37-72.