Тәүлек эсендә 22 кеше яҡты донъя менән хушлашҡан, уларҙың һаны 1 637-гә еткән. Шулай уҡ коронавирус йоҡтороусылар тағы ла 452 кешегә артҡан. Әлеге тиклем республикала был хәтлем кешенең ауырыу осрағы теркәлгәне булмаған.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБынан тыш, бөгөн стационарҙарҙа 777 кеше дауалана, уларҙың 473-ө 60 йәштән өлкәндәр. Ауыр хәлдәге 37 пациенттың 14-е тын юлдарын яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. 6268 кеше амбулатор дауаланыу курсы үтә. Тәүлек дауамында дауаханаларҙан 315 кеше һауығып сыҡҡан.
Илдар Байбулатов