Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле яңы сикләүҙәр ғәмәлгә инәсәк

Радий Хәбиров ҡул ҡуйған указ өс этаптан тора.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Документҡа ярашлы, 4 октябрҙән дәүләт һәм муниципаль музейҙарға, театрҙарға, китапханаларға, мәҙәниәт йорттарына, кинотеатрҙарға, шулай уҡ күп кеше ҡатнашлығындағы спорт сараларына инеү өсөн сикләүҙәр индерелә.

12 октябрҙән был исемлеккә сауҙа үҙәктәре, шәхси музейҙар, күргәҙмә залдары өҫтәлә; прививка тураһында сертификатһыҙ йәки сирҙе үткәреү тураһында белешмәһеҙ ҡала-ара автобустарға һәм «Орлан» ҡала яны поезына билет һатып алып булмай.

18 октябрҙән иһә сикләү саралары матурлыҡ салондарына, СПА-салондарға, солярийҙарға, мунсаларға, сауналарға, физкультура-һауыҡтырыу комплекстарына, фитнес-клубтарға, бассейндарға, шулай уҡ 50-нән ашыу урыны булған ресторан-кафеларға ҡағыла.