Йәмәғәт урындарында вакцинация үтеү хаҡында сертификат һәм һуңғы 6 айҙа короновирус үткәреү тураһында белешмә менән генә инергә мөмкин буласаҡ. Был указға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған. Сикләү саралары бер-нисә этпатан торасаҡ. Короновирус инфекцияһына бәйле яңы сикләүҙәр хаҡында ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБашҡортостан Башлығы указына ярашлы, 4-се октябрҙән дәүләт һәм муниципаль музейҙарға, театрҙарға, китапханаларға, мәҙәниәт йорттарына, кинотеатрҙарға инеү өсөн сикләүҙәр үткәрелә. Бындай сикләүҙәр шулай уҡ күп кеше ҡатнашлығындағы спорт сараларына ла ҡағыла.
12 октябрҙән был исемлеккә сауҙа үҙәктәре, шәхси музейҙар, күргәҙмә залдары өҫтәлә. Прививка тураһында сертификатһыҙ йәки сирҙе үткәреү тураһында белешмәһеҙ ҡала-ара автобустарға һәм "Орлан" ҡала яны поезына билет һатып алып булмай.
18 октябрҙән иһә сикләү саралары матурлыҡ салондарына, СПА-салондарға, солярийҙарға, мунсаларға, сауналарға, физкультура-һауыҡтырыу комплекстарына, фитнес-клубтарға, бассейндарға, шулай уҡ 50-нән ашыу урыны булған ресторан-кафеларға ҡағыла.
Кире ПЦР тестар тураһында белешмәләр театрҙарға, кинотетарҙарға, концерт залдарына, мәҙәниәт һарайҙарына, төнгө клубтарға, дискоткаларға, күләмле спорт сараларына инеү өсөн яраҡһыҙ. Ҡала һәм район хакимиәттәре санитар-эпидемиологик хәлгә ярашлы был сикләүҙәргә ҡарата өҫтәмә саралар күрә ала
Дүшәмбенән өҫтәмә белем биреү учреждениелары ла дистанцион форматта уҡытыуға күсә. Сөнки балалар һәм үҫмерҙәр араһында сир йоҡтороу осраҡтары арта. Ауырлы ҡатындар иһә ковид инфекцияһын организмында физиологик процесстар арғаһында ауыр үткәрә, тип билдәләй табибтар. Һаҡланыу сараларын үтәү сиргә юл ҡуймауҙа төп ҡорал булып тора.
Республикала 80 процент өлкән быуын вәкилдәрен вакцинациялау бурысы тора. Әлеге ваҡытта халыҡтың 50 проценты прививка яһатҡан. Төбәк башлығы билдәләүенсә, прививка эшләтмәгән кешеләр сирҙе ауыр үткәрә. Шуға ла артабан вакциналанауҙы арттырыу һәм инфекция таралыуын сикләүгә бәйле саралар көсәйтеләсәк.
Гүзәл Борханова