Бөгөн бишенселә уҡыусылар Ватанға тоғролоҡҡа ант биреп, кадет таныҡлыҡтарын алды. Тантаналы саранан тулыраҡ киләһе яҙмала.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтИлһөйәрлек мәктәп партаһынан тәрбиәләнә. Ошо нигеҙҙә Дүртөйлө ҡалаһының 1-се мәктәбендә тағы бер кадет класы булдырылды. Башлыса бишенселә белем алыусылар ҡабул ителде. Тантаналы шарттарҙа үткән сарала Айсаф Зарипов та ҡатнашты. Ул мәктәптә бар яҡлап та өлгөлө, тырыш уҡыусы булараҡ билдәле.
Кадет класына алыныусылар менән бер рәттән, йыл дауамында үҙен лайыҡлы күрһәткән уҡыусылар ҙа билдәләнеп үтте. Ике кадет класында ла илһөйәрлек эштәре Росгвардия хеҙмәткәрҙәре кураторлығында дауам итәсәк. Улар мәктәптә белем алыуҙан тыш, яландарға сығып күнекмәләр ҡатнашыу ҙа ҡаралған.
Сара сиктәрендә офицер Вадим Сәлимгәрәев иҫтәлегенә махсус постамент булдырылды. Төньяҡ Кавказ операцияларында ҡатнашҡан замандашыбыҙ ғүмерен хәрби хеҙмәткә арнай. Ҡаты сирләп былтыр 36 йәшендә баҡыйлыҡҡа күскән.
Әйткәндәй, кадет класында белем алыусыларға хәрби йүнәлештә махсуслашҡан уҡыу йорттарына инеүҙә өҫтөнлөктәр ҡаралған.
Азат Ғәлиуллин