Дүртөйлө районы Әкәнәй ауылында иман йорто ишектәрен асты

 Был тотош төбәк халҡы өсөн ҡыуанысла ваҡиға, сөнки мәсет ун йылға яҡын төҙөлгөн. Уны сафҡа индереүгә ошо эште башлап сыҡҡан Ғәлләмовтар ғаиләһе лә, Әкәнәй кешеләре лә үҙ өлөшөн индергән. Берәүҙәр аҡсалата, икенселәре ҡул көсө менән. Ерле халыҡтың ҡыуанысын БЮТ каналының ижади төркөмө лә уртаҡлашты, хәбәрсе Рәмзиә Кәримова репортажы.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ауыл халҡы яңы мәсеткә ҡыуанып бөтә алмай, хәҙер барлыҡ дини байрамдарҙы урында ғына үткәреп була. Иман йорто ҙур түгел, әммә барыһына ла ҡәҙерле, яҡын. Сөнки бында бар Әкәнәй халҡының ҡул көсө һәм йөрәк йылыһы һалынған.

Әкәнәй ауылы ҙур түгел,  бөтәһе йөҙләгән йорт. Заманында урында мәсет тә эшләй, әммә иман йортоноң манараһы уҙған быуаттың уртаһында ауҙарыла. Шунан бирле ерле халыҡ дини байрамдарға күрше ауылдарға, йәки Дүртөйлө ҡалаһына йөрөй.

Мәсетте төҙөү ниәтен ошо ауылда тыуып үҫкән, әле умартасылыҡ менән шөғөлләнгән Винарис Ғәлләмов күтәреп сыға. Уның тәҡдимен туғандары ла, ауылдаштары ла хуплай. Хатта ситтә йәшәгән яҡташтары ла үҙ өлөшөн индерә. Күмәк көс менән 10 йылға яҡын осорҙа обьект файҙаланыуға тапшырыла.

Мәсетте асыу тантаналы шарттарҙа, байрам концерты менән үрелеп барҙы. Сарала Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөйТәлғәт Тажитдин да ҡатнашты.

Әкәнәйҙәр мәсеткә, өлкәндәр ҙә, йәшәтр ҙә ҙур теләк менән йөрөр тип ышана. Киләсәктә балаларға дини тәғлимәттәрҙе өйрәтеү ниәте лә бар.

Рәмзиә Кәримова