Баш ҡаланың янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү бүлеге Калинин районы янғынға ҡаршы идаралығы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә баҡса йорттарындағы электр үткәргестәрҙең һәм ҡоролмаларҙың, мейестәрҙең хәүефһеҙлек талаптарына яуап биреүен тикшерҙе, мәғлүмәти буклеттар таратты. Рейдта БЮТ каналының ижади төркөмө лә ҡатнашты.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЙәштәрҙең ғүмерен күрше баҡсаларҙа йәшәүсе өлкәндәр һаҡлап ҡалған. Баҡсаларҙа ут сығыу осраҡтары булып тора. «Дуҫлыҡ -2» баҡсасылыҡ ширҡәтендә яғын хәүефһеҙлеге буйынса рейдҡа сығыусылар мунса һәм йорт мейестәрен тикшерә. Баҡсаларҙа күптән һалынған йорттарҙа электр үткәргестәр иҫке. Уларҙың хужалары ла башлыса өлкәндәр.
Мәҫәлән, мейес ауыҙы янында 50-70 сантиметр үлсәмендәге ҡалай йә тимер ятырға тейеш. Иҫке мейестәр ярылмағанмы, төтөн сығыу урандары тәртиптәме – рейд барышында йорт хужаларына кәңәштәр еткерелә. Янғын сығыу осрағында ниндәй телефон номеры буйынса шылтыратырға кәрәклеге иҫтәренә төшөрөлә.
Инспекторҙар йылытыу ҡоролмаларын иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа һәм ут менән һаҡ булырға саҡыра. Сөнки көндәр һыуынған мәлдән баҡсаларҙа янғын осраҡтары йыш күҙәтелә.
Былтырғы осор менән сағыштырғанда баш ҡалала янғындар һаны кәмерәк, әммә һәләк булыусылар күберәк. Мәҫәлән, күптән түгел генә Калинин районындағы баҡсасылыҡ ширҡәтендә янғында ике бала һәләк булған.
Янғын машиналарының юғары тиҙлектә йөрөүенә күнеккәнбеҙ. Был юлы иһә ул ашыҡмай ғына урамдар буйлап үтте. Унан ут сығыуҙан һаҡланыу саралары тураһында мәғлүмәт еткерелә.
Рәмилә Исмәғилева