Милли музейҙа Ленинград блокадаһы балаларына арналған фотокүргәҙмә асылды

Күргәҙмәгә ҡуйылған материалдар блокада барышында аслыҡ, үлем менән күҙгә-күҙ осрашҡан балаларҙың хәтирәләренә һәм көндәлектәренә таянып ижад ителгән. 5 йәшлек бала Сәҙиә Ғәрифуллина күңелендә Ленинград ҡамауы Бөйөк Ватан һуғышының иң аяуһыҙ биттәре булараҡ тәрән яралар һалған.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Әсәһе Хәнифә Урмансаева Ленинградты обороналауҙа ҡатнаша, ҡаланы фугас бомбаларынан һаҡлаусылар рәтенә баҫа. 872 көн блокада барышында Сәҙиәнең Роза исемле бер йәшлек һеңлеһе  вафат була. Ике йәшлек туғаны Рәүилә менән икмәк һәм ризыҡ төҫө күрмәй асҡа интегә. Был михнәттәрҙе оноторлоҡ түгел, ти Ленинград блокадаһынан иҫән ҡалған ханым.

Икмәктең валсығын да ташламайым, ҡоштарға ашатам. Блокадала икмәкһеҙ аслы-туҡлы йәшәнек. Әсәйем 150 грамм икмәкте көс-хәл менән генә өйгә алып ҡайтып еткерә ине. Бик матур күргәҙмә. Уны ойоштороусыларға рәхмәтлемен.

Сәҙиә Ғәрифуллина, Ленинград блокадаһы балаһы

Ленинград һәм Башҡортостан араһында рухи бәйләнеш көслө. Республиканан меңәрләгән һалдат төнъяҡ башҡаланың азатлығы өсөн көрәшә. 462 хәрбиҙең исеме герой-ҡаланың хәтер китабында мәңгеләштерелгән. 

2017-се йылдан Башҡортостанда блокадалы Ленинградта йәшәүселәрҙе хәтерләү төбәк йәмәғәт ойошмаһы эшләп килә. Бар михнәттәрҙе кескәй иңдәрендә күтәргән балалар хәтирәләрен фотоархивҡа туплау биш йыл элек башланған.