Радий Хәбиров: "Көслө ВУЗ Республика үҫешенә булышлыҡ итәсәк"

Башҡортостан юғары уҡыу йорттарының "Приоритет" федераль программаһында ҡатнашыуы иҡтисадты яңыртыу мөмкинлеге бирә. Республика башлығы Радий Хәбиров мәғариф ойошмалары үҫеше программаларына ярҙам буйынса Совет ултырышында ҡатнашты һәм шулай  тип белдерҙе. Уның әйтеүенсә, ошо программа буйынса университеттар эшмәкәрлеген һәм фәнде йәнләндереү маҡсаты ҡуйыла. Был эш артабан Евразия  фәнни-белем биреү үҙәгендә дауам итә. Бизнес, фән һәм юғары белем араһында бәйләнештәр булмайынса кәрәкле белгестәр әҙерләү мөмкин түгел. Көслө ВУЗ Республика үҫешенә булышлыҡ итәсәк, тине Радий Хәбиров.