Өфөлә Уҡытыусы даны аллеяһы булдырылды

Өфөлә “Беренсе уҡытыусыға” бағышланған скверҙа Дан аллеяһы булдырылды. Йәшелләндереү акцияһында 70-тән ашыу төп ағас ултыртылды. Унда педагогтар һәм өлкән класс уҡыусылары ҡатнашты. Ризуан Баймырҙин:

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Йәмәғәт биләмәһе баш ҡаланың Октябрь районында Спорт һарайы ҡаршыһында урынлашҡан. Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллина скверҙы булдырыу һәм унда беренсе уҡытыусыға һәйкәл асыу башланғысы менән сыҡҡайны. Ул Республика Башлығы Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт итте.  Дан аллеяһына Лиза Ҡыям ҡыҙы ла ағас ултыртты. “Мин беренсе уҡытыусымды һәр саҡ иҫтә тотам. Уға рәхмәт уҡыйым”, ти халыҡ педагогы.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республикала “Йәшел Башҡортостан” акцияһы дауам итә. Ул 25 сентябрҙә старт алды. Йәмәғәт биләмәләре һәм йорт ихаталары йәшелләндерелә. Быйыл тематик аллеялар булдырыуға ҙур иғтибар бирелә. Шыршы, ҡарағайҙарҙан тыш, саған һәм тал ағастарының һирәк сорттары ултыртыла. Акция 5 октябрҙә тамамлана.