Полиция Ырымбур өлкәһе Гай ҡалаһында Башҡортостандан студент ҡыҙҙарҙы үлтереүҙә шикле кешене эҙләй. Александр Лазаревтың фотоһүрәте таратылған. Орск ҡалаһынан 29 йәшлек ир быға тиклем дә хөкөм ителгән булған. Башҡортостандан өс студент ҡыҙҙың кәүҙәһе 30 сентябрҙә табылды. Улар медицина колледжында уҡыған.