Коронавирустан вакцина яһатмаған кешеләр ҡаты сирләй

Тап ундайҙар араһында вафат булыусылар күп. Реанимацияла ятҡан һәм үпкәне яһалма елләтеү ҡоролмаһына тоташтырылған пациенттар ҙа прививка эшләтмәгән. Белгестәр әйтеүенсә, бары тик вакцина коллектив иммунитет булдырырға ярҙам итә.  Башҡортостанда вакцина күрһәткестәре түбән булған райондар бар. Республика ҡан тапшырыу станцияһы табибы Фирүзә Хәлилова бигерәк тә өлкәндәр араһында аңлатыу эшен көсәйтергә кәрәк тигән фекерҙә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт