Башҡортостанда бөтә уҡыусыларҙы ла дистанцион уҡыуға күсереү ихтыяжы юҡ. Был турала бөгөнгө оператив кәңәшмәлә республиканың Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтВедомство етәксеһе әйтеүенсә, ковид-19 вирусы табылған мәктәптәрҙә хәл еңелдән түгел, әммә муниципалитеттарҙа балаларҙы дистанцион режимға күсереү буйынса ваҡытында күрелгән саралар ыңғай һөҙөмтә биргән. 1 сентябрҙән алып тәүгә сирләгән балалар һаны кәмеүе күҙәтелә.
Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, коронавирус инфекцияһы сығанаҡтары барлыҡҡа килгән осраҡта мәктәптәрҙе киспекмәҫтән дистанцион уҡыуға күсерергә ҡушты. Алдараҡ Башҡортостанда 5-се, 6-сы, 7-се, 8-се һәм 10-сы синыфтар ике аҙнаға дистанцион уҡыуға күсерелгәйне. Эпидемиологик хәл тотороҡланған осраҡта мәктәптәр ғәҙәти уҡыу режимына ҡайта.
Гөлдәриә Йосопова