Уҙған тәүлектә яңы инфекция вирусы тағы ла 488 кешелә асыҡланған. Бөгөн стационарҙарҙа 846 пациент дауалана, уларҙың 521-е 60 йәште уҙғандар. Ауыр хәлдәге 42 кешенең 17-һе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Тағы ла 6 639 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана. Тәүлек эсендә дауаханаларҙан 208 кеше һауығып сыҡҡан, сирҙән 22 кеше вафат булған.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРеспубликала халыҡты коронавирустан вакциналау дауам итә. Бөгөнгә төбәккә 1 855 308 доза вакцина килтерелгән. Вакцинаның беренсе компонентын 1 299 326 кеше яһатҡан. Уларҙың 91 проценттан ашыуы, йәғни 1 192 901 кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған. Һуңғы тәүлектә медицина учреждениеларына прививка яһатыу өсөн 2 751 кеше мөрәжәғәт иткән.
Гөлдәриә Йосопова