Мәскәүҙә Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә «Минең исемем Салауат» исемле документаль фильмдың исем туйы үтте. Ул күренекле скульптор Салауат Щербаковтың тормош һәм ижад юлына арналған.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтТелевидение, радио, баҫма мәғлүмәт саралары Салауат Александрович менән йөҙҙән ашыу интервью әҙерләгән. Документаль фильм уның яҙмышын сағылдырған беренсе таҫма. Фильм Башҡортостан башлығы һәм республика Хөкүмәте ярҙамында донъя күрҙе.
Ул Мәскәү, Өфө ҡалаларында, шулай уҡ Архангел районында республиканың мәҙәниәт министрлығы заказы буйынса төшөрөлдө. Картинала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла исемдәре илдә билдәле рәссам–скульпторҙар, күренекле шәхестәр. Яңы фильм өҫтөндә ижади төркөм ярты йылдан ашыу эшләй
Фильмды ҡарауҙан тыш, тамашасыға скульпторҙың проекттары менән дә танышыу бәхете тейҙе. Оҫтаның Рәсәй геройы, генерал Миңлеғәле Шайморатовты һынландырған һәйкәле киләһе йылда Өфөнөң Совет майҙанында урын аласаҡ.
Илдар Байбулатов