Иң яҡшы уҡытыусыларға 50 мең һум

Бөгөн Өфөлә республиканың иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусылары тәбрикләнде. Конкурс пандемия шарттарында ситтән тороп уҙғарылған. «Иң яҡшы» исемен алыуҙа көс һынаған остаздарҙың эш тәжрибәһе, предметты уҡытыуҙа үҙенсәлекле алымдар ҡулланыуы иҫәпкә алынған.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты сәхнәһендә уларға наградалар тапшырылды. Уҡытыусылар көнө алдынан 50 мең һум премияны 50 уҡытыусы алды. 

Рәмилә Исмәғилева