Бөгөн Әлшәй районында 4 кеше үлеменә сәбәпсе булған авария теркәлде

Хәбәр ителеүенсә, Раевка-Ташлы автомобиль юлының 7-се километрында бер-береһенә ҡаршы килгән ВАЗ-2114 һәм «Рено Логан» автомобилдәре бәрелешкән.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Авария һөҙөмтәһендә ВАЗ-дың 40 йәшлек водителе менән уның 48 йәшлек пассажиры, шулай уҡ Ренолағы 79 һәм 68 йәштәрҙәге пассажир ҡатындар һәләк булған. Осраҡ буйынса тикшерең башланған. 

Гөлдәриә Йосопова