Улар мәҙәниәт, мәғариф учреждениеларында хәүефһеҙлек талаптарының үтәлешен тикшерҙе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтМәҫәлән, Өфөнөң Дим районы хакимиәте башлығы Айҙар Баҙғетдинов тәү сиратта Иван Рыбалко исемен йөрөткән 113-сө мәктәпкә туҡталды. Күренеүенсә, белем усағында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә иғтибар көслө. Ишек төбөндә үк температура тикшерелә, ковидҡа ҡаршы инспекторҙар эшләй. Педагогтар ҙа балаларҙың сәләмәтлеген күҙәтеп, класс бүлмәләрен зарарһыҙландырыу ҡоролмалары менән эшкәртеп, елләтеп кенә тора.
Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев иһә төбәктең социаль учреждениеларында ла, сауҙа обьекттарында ла булды. Бар урында ла һаҡланыу саралары тураһында иҫкәртеү ҡағыҙҙары ҡуйылған, битлек режимын үтәү, тән температураһын тикшереү, ҡулдарҙы зарарһыҙландырыу шыйыҡсаһы менән эшкәртеү талап ителә. Фәнис Әминев хеҙмәткәрҙәргә артабан да хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә саҡырҙы.
Хәйбулла районы хакимиәте башлығы ла эш сәфәре менән музейҙарға, китапханаларға сыҡты. Рөстәм Шәрипов бер юлы эш шарттары менән дә ҡыҙыҡһынды, указдың талаптарын да аңлатты.
Мәҫәлән, әле күптәр сикләүҙәрҙең нескәлектәрен аңлап бөтмәй. Рөстәм Динислам улы бөгөндән музейҙарға, китапханаларға, кинотеатрҙарға, театрҙарға, мәҙәниәт йорттарына, күмәк спорт сараларына тик вакцина тураһындағы сертификат һәм ауырыу тураһындағы документ менән генә инеп булыуын белдерҙе. Был мәғлүмәттәр барыһы ла дәүләт хеҙмәте порталында теркәлгән.
Рәмзиә Кәримова