Уҡытыусы, ғалим, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты, «Халыҡтар дуҫлығы» ордены кавалеры Ғабдулла Ғабдрахман улы Ғиләжев иҫтәлегенә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтПрофессор Ғабдулла Ғиләжев исеме тыуған яғы Бүздәк районы Ҡаңны -Төркәй ауылында мәңгеләштерелде. Күренекле сәнғәт әһеленең хәтер һәм ҡәҙер сараһынан БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.
Күренекле сәнғәт эшмәкәренең исемен Ҡаңны-Төркәй ауылы мәҙәниәт йортона биреү һәм мәрмәр таҡтаташ асыу сараһы пандемия шарттарын иҫәпкә алып, әҙ кеше ҡатнашлығында барлыҡ һаҡлыҡ сараларын үтәп башҡарылды. Тантаналы митингта ҡатнашыусы яҡташтары, уҡыусылары, Ғабдулла Ғиләжев тәҡдиме менән сәнғәт юлын һайлаусы олпат, ҙур дәрәжәләргә ирешкән артистар уның ябайлығын һәм кешелеклелек кеүек күркәм сифаттары әле булһа ла онотмай.
Ғабдулла Ғиләжев етемлекте бик иртә татый. Өлкән ағаһы яҙыусы Хәким Ғиләжев бер туған ҡустыһын һөнәрле кеше итеп, оло тормош юлына сығарыу маҡсаты менән Сарапулға летчиктар әҙерләгән хәрби училищеға ебәрә. Әммә быуындары ла нығынып етмәгән Ғабдрахман самолет менән дуҫлаша алмай, Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә һәм артабанғы яҙмышын ҙур ижад менән бәйләй.
Хеҙмәт юлын Йомағужа халыҡ театрында башлай. Артабан Баймаҡ, Ауырғазы колхоз,совхоз тетрҙарында эшләй. 1959 -сы йылда ГИТИС-тың режиссерҙар факультетын тамамлай. Башҡортостан сәнғәте өсөн ул алыштырғыһыҙ белгескә, үҙ эшенең оҫтаһына әүерелә.
Ҡаңны-Төркәй ауылы мәҙәниәт йортоноң Ғабдулла Ғиләжев исемен йөрөтөлөүе ауылдаштары, яҡындары өсөн оло мәртәбә. Ғалим, педагог, сәнғәт эшмәкәре, мәҙәниәт министры урынбаҫары дәрәжәһенә күтәрелеүсе яҡташтары хаҡында һәр бер хәтирәне ҡәҙерләп, йылъяҙма буклеттарға туплаған.
Сәхнәгә береһенән-береһе талантлы артистар күтәрелә. Төрлө быуын артистары үҙҙәрен сәнғәт донъяһында ҡолас йәйеп эшләргә, ижад итергә өйрәткән остаздарына күңел түрендә рәхмәт тойғоларын йөрәтә.
Режиссер Ғабдулла Ғиләжев иң беренселәрҙән булып Шайморатов генерал тураһында диплом спектаклен сығара. Ижад итеү осоронда илленән ашыу яңы постановкалар өҫтөндә эшләй. Салауат Юлаев,Шәрәф, Нур,Айтуған ролдәрен айырым оҫталыҡ менән башҡара.
Йылына дүрт спектакль сәхәнәләштерә, Еңеү көнөнә һәм мөһим даталарға арналған хөкүмәт концерттарын ул киң ҡолас менән, халыҡсан итеп ҙур тамашаҡа әүерелдереү оҫталығына эйә була. Рус драма театрында баш режиссер, Башҡорт теартында директор вазифаларын башҡара.Ғабдулла Ғабдрахман улы Ғиләжевтың мәҙәниәтте үҫтереүҙә, рухиәттте күтәреүҙә, профессиональ һәм халыҡ театрҙарына кадрҙар әҙерләүгә роле баһалап бөткөһөҙ.
Төнъяҡ башҡаланан милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәлен Өфөгә ҡайтарыу бурысы ла уға йөкмәтелә. Был эште лә ул ҙур яуаплылыҡ тойоп, намыҫ менән башҡарып сыға.
Гүзәл Борханова