Футбол һәм хоккей көйәрмәндәре стадионда аҙыраҡ була

Башҡортостанда футбол һәм хоккей уйындарында тамашасылар һаны сикле була. Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса республика идаралығы ошоға бәйле ҡарар сығарған. Стадионды 30 процентҡа ғына тултырырға рөхсәт ителә. Бынан тыш, көйәрмәндәрҙең вакциналау сертификаты йәки медицина белешмәһе талап ителә. Күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы сараларҙа 500 кешенән артыҡ булмаҫҡа тейеш.