Муниципалитет башлыҡтары сауҙа ойошмалары, мәҙәниәт йорттары, китапханалар, музей, кинотеатрҙар һәм спорт биналарында булды. Ойошмаларҙа санитар талаптар үтәлеше тикшерелде. “Юғары әҙерлек” режимы указына ярашлы, 4 октябрҙән театр, концерт залдары, кинотеатр, музей, спорт сараларына инеү өсөн вакциналау сертификаты йәки медицина белешмәһе булырға тейеш. Сауҙа ойошмаларында, йәмәғәт транспортында санитар-эпидемиологик талаптар үтәлешенә етди иғтибар бирелә.