Александр Лазарев үҙ ғәйебен таныған

Ырымбур өлкәһендә Башҡортостандан өс студент ҡыҙҙы үлтереүҙә ғәйепләнеүсегә сикләү сараһы сығарыу буйынса суд ултырышы уҙа. Уға ҡарата 5 енәйәт эше ҡуҙғатылған.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Тәфтиш эксперименты барышында ғәйепләнеүсе ул төндә ни ҡылғанын аңламауын иҫбатлай. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Александр Лазарев үҙ ғәйебен таныған. Әммә ҡыҙҙарҙың ата-әсәләренән ғәфү үтенеүҙән баш тартты.

Александр Лазарев енәйәт ҡылыуға ҡыҙҙар үҙҙәре этәрҙе , тип аҡлана. Йәнәһе лә, интим бәйләнеш өсөн аҡса талап иткәндәр. Әммә тәфтишселәр рецидивистың имеш-мимештәр уйлап сығарыуға әүәҫлеген белеп алып, был күрһәткестәрҙе иҫәпкә алмаған. Ҡыҙҙарҙың ата-әсәләре балаларын ҡанһыҙ үлтереүҙә ғәйепләнеүсегә иң юғары яза теләй.

Айнур Кәбиров