Уҙған тәүлектә яңы инфекция вирусы тағы ла 497 кешелә асыҡланған. Бөгөн стационарҙарҙа 791 пациент дауалана, уларҙың 507-һе 60 йәште уҙғандар. Ауыр хәлдәге 37 кешенең 12-һе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтТағы ла – 6 607 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана. Тәүлек эсендә дауаханаларҙан 557 кеше һауығып сыҡҡан, сирҙән 27 кеше вафат булған.
Республикала халыҡты коронавирустан вакциналау дауам итә. Бөгөнгә төбәккә 1 855 308 доза вакцина килтерелгән. Вакцинаның беренсе компонентын 1 301 720 кеше яһатҡан. Уларҙың 91 проценттан ашыуы, йәғни 1 193 984 кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған. Һуңғы тәүлектә медицина учреждениеларына прививка яһатыу өсөн – 3 477 кеше мөрәжәғәт иткән.
Гөлдәриә Йосопова