Стәрлетамаҡта ресурс менән тәьмин итеүсе компанияларға йыйылған бурыс өсөн шәхси торлаҡтың коммуникацияларын өҙгәндәр. Һөҙөмтәлә утыҙҙан ашыу ғаилә утһыҙ һәм йылыһыҙ ҡалған. Милекселәр бар ғәйепте йорт подвалында урынлашҡан саунанан күрә. Яҡтар араһында барлыҡҡа килгән низағ тураһында киләһе яҙма.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтҠулда фонарь булмаһа, дөм-ҡараңғыла баҫҡыстар буйлап күтәрелеп тә булмаҫ ине. Тамара Золотарева өсөнсө ҡатта урынлашҡан фатирына ашыға. Йәйҙән алып ул бында йәшәмәй, ай һайын килеп тикшереп кенә китә. Ҡасан да булһа ут бирерҙәр тип ышана. Электр энергияһыҙ ризыҡ бешереп тә булмай. Көҙ етеү менән газ юҡлығы ла һиҙелә башлаған.
Был бәләкәй генә студияны ҡатын дүрт йыл элек һатып алған. Квадрат метрҙар өсөн түбән хаҡ ҡуйылыуы ҡыҙыҡһындырған. Алдан иҫкәртелә: барлыҡ коммуналь һорауҙарҙы идарасы компания урынына подвалда урынлашҡан сауна етәкселәре хәл итә. Милекселәр ай һайын килгән квитанциялар буйынса тап уларға аҡса күсергән.
Дөйөм алғанда, газ, ут, һыу һәм сүп-сар сығарыуға торлаҡтың ике йөҙ мең һумлыҡ бурысы йыйылған. 47 фатирҙың утыҙы бөгөн буш. Милекселәрҙең күбеһе күсенергә мәжбүр булған. Берәүҙәр туғандарында йәшәһә, икенселәренә ҡуртымға фатир алырға турна килгән.
Бәлә башы фатирҙар күп булыуға ҡарамаҫтан, документтар буйынса йорттоң шәхси торлаҡ төҙөлөшө ерендә урынлашҡан булыуында. Бинаға 47 кеше хужа. Дөйөм майҙандың иң ҙур өлөшө саунаға ҡарай. Ойошма инженер коммуникацияларҙы өҙөп киткән көндө үк ябылған. Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтендә был бизнестың бөтөнләй законһыҙ алып барылған булыуын белдерҙеләр. Шул уҡ ваҡытта торлаҡты күп фатирлы итеп тә танып булмай.
Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, проблеманы хәл итеүҙең берҙән бер юлы – ресурс менән тәьмин итеүсе компаниялар алдындағы бурысты тулыһынса ҡаплау һәм торлаҡ менән идара итеүҙе үҙ ҡулдарына алыу. Хәҙер хаҡлы ялдағылар һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр ҡайҙан аҡса табырға тип борсола, милекселәр арзан хаҡҡа фатир һатып алып, бурысҡа бата.
Гөлназ Хәйбуллина