Бөгөнгә дәүләт программаһы 99 процентҡа үтәлгән.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРеспублика буйынса иң ҙур проект быйыл Күмертауҙа тормошҡа ашырылған. Ихата биләмәһе дөйөм майҙаны дүрт гектарлыҡ туғыҙ күп фатирлы йортто берләштерә. Проекттың хаҡы 42 миллион һум. Әле бында йүгереү өсөн юлдар, биш балалар, ике тренажерлы һәм бер универсаль спорт майҙансығы эшләнгән. Хәҙер урындағы халыҡ үҙҙәренең йорт алдын хыялдағы ихата тип йөрөтә.
Өфөнөң Дим районында ла төҙөкләндерелгән ихата асылды. Левитан урамында күп фатирлы дүрт йорттоң биләмәһен төҙөкләндереүгә 30 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтелгән. Әгәр ҙә күмертауҙар йүгереү өсөн юл менән ғорурланһа, Дим биҫтәһе халҡы ихаталағы фонтан менән маҡтана ала. Ул киләһе йылдың яҙында эшләй башлай. Әлегә балалар яңы майҙансыҡтағы ҡорамалдарҙы үҙләштерә.
Илдар Байбулатов