“Приоритет 2030” программаһына ярашлы, өс вузға аҡса бирелә. 2022 йыл аҙағынаса Башҡорт дәүләт медицина университеты 426 миллион һум, Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты 142-шәр миллион һум ала. Быға тиклем беҙҙең республиканан өс юғары уҡыу йорто конкурста еңеп, йыл һайын түләнгән 100 миллион һумлыҡ грантҡа эйә булды.