Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы йоҡтороусылар тағы ла 536 кешегә артҡан

Сир сигенмәй. Уҙған тәүлектә Башҡортостанда  коронавирус инфекцияһы йоҡтороусылар тағы ла 536 кешегә артҡан. Пандемия башланғандан алып  сирләүселәр һаны 69 830-ға етте. Бөгөн стационарҙарҙа 812 кеше дауалана, уларҙың 506-һы 60 йәште уҙғандар.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ауыр хәлдәге 36 пациенттың 12-һе тын юлдарын яһалма елләтеү апаратына тоташтырылған. Тағы ла  6 423 чел кеше амбулатор шарттарҙа дауалана. Бер көн эсендә дауаханаларҙан 671 кеше һауығып сыҡҡан, яңы инфекциянан 28 кеше вафат булған. 

Республикала халыҡты коронавирустан вакциналау дауам итә. Республикаға бөгөнгә 1 864 308 доза вакцина килтерелгән. 

 1-се компонентты эшләтеүселәр 1 308 894-кә еткән. 199 640 кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған. Тәүлек дауамында медицина учреждениеларына прививка яһатыу өсөн  12 830 кеше мөрәжәғәт иткән.