Радий Хәбиров Ковид-19 инфекцияһы таралыу хәүефе булыуға бәйле юғары әҙерлек режимы указына үҙгәрештәр индергәйне. Дүшәмбенән дәүләт мәҙәниәт учреждениелары, спорт саралары ойошторолған комплекстарға прививка ҡаҙатыусылар менән һуңғы ярты йылда сирҙе үткәреүселәрҙе генә индерә башланылар.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтТалаптарҙың теүәл үтәлешен республика башлығының контроль идаралығы хеҙмәткәрҙәре тикшереүгә алды. Мониторинг барышын БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина күҙәтте.
Беҙ телефон аша сканерҙы ебәрәбеҙ һәм ошолайтып һәр кешене ҡарайбыҙ. Дәүләт хеҙмәте порталында коронавирусҡа ҡаршы вакцинация үтеү тураһында куар-кодлы сертификат бар.
Махсус штрих-кодты телефон аша, шулай уҡ ҡағыҙҙа баҫтырылған килеш тә күрһәтергә мөмкин. 4 октябрҙән дәүләт кимәлендәге мәҙәниәт учреждениеларына, шул иҫәптән китапханаларға прививка ҡаҙатҡан кешеләрҙе генә үткәрәләр.
Бынан тыш, һуңғы алты айҙа ковид-19 инфекцияһы менән сирләгән осраҡта, справка күрһәтеп, йә ПЦР-тестың кире һөҙөмтәһе менән инергә мөмкин. Уҡыу залдарында халыҡ күп түгел, барыһы ла битлектә.
Сертификат йә справка булмаған осраҡта афишаларҙы балҡытҡан спектакль, концерт, киноны ла ҡарап булмаясаҡ. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Красноярскиҙан килгән Себер бейеү ансамбле сығыштарын күптәр күрә алманы.
Администраторҙар тиҫтәнән ашыу кешене ишектән үк кире борҙо. Уларға кассала һатып алынған билет өсөн аҡсаны кире ҡайтарыу мөмкинлеге бирелде. Учреждениела ике инеү урыны, бер яҡта ҡағыҙ сертификаттар, икенсеһендә куар-код тикшерелә. Республика башлығының Контроль идаралығы белгестәре мониторинг ойоштороп, етешһеҙлектәр барлығын да билдәләне.
Етешһеҙлектәр шунда уҡ учреждение етәкселегенә еткерелде. Концертҡа үткән тамашасылар билдәләүенсә, коронавирусҡа ҡаршы прививка ҡаҙатыу һәр кемдең яуаплығында. Залда буш урындар бик аҙ, был күренеш сәләмәтлеген алдан ҡайғыртыусыларҙың күплеген дәлилләй.
Премьераларҙан ситтә ҡалмаҫ өсөн коронавирусҡа ҡаршы прививка ҡаҙатыу ҙа етә. «Родина» кинотеатрында сертификат куаркодын уҡыусы махсус ҡоролма ҡуйылған. Администраторҙар Дәүләт хеҙмәте порталынан нисек итеп документты табырға өйрәтә. Шулай ҙа кассала сират юҡ кимәлдә. Һуңғы көндәрҙә тамашасыларҙың кәмеүе күҙәтелгән.
Республика башлығының контроль идаралығы белгестәре Өфөләге башҡа мәҙәниәт учреждениеларын да иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Әйтәйек, мониторинг барышында Йәштәр һарайында Зифа Нагаеваның концертына оло сират булыуы күҙәтелгән.
Ә бына «Башҡортостан» дәүләт концерт залында был аҙнала күләмле саралар ойошторолмаған. Ковидҡа ҡаршы инспектор билдәләүенсә, тамашасылар килгән осраҡта санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләр үтәлешенә айырыуса иғтибар йүнәлтелә.
Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы индерелгән яңы сикләү сараларының үтәлеше буйынса мониторинг дауам итәсәк. Был эштә Роспотребнадзор һәм эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнаша. Ҡағиҙәләрҙе үтәмәгән ойошмаларға ҙур штрафтар янай, эшмәкәрлеге туҡтатылыуы ихтимал.
Санитар сараларға яуапһыҙ ҡараш булған учреждениелар ҙа теркәлгән. Был турала Радий Хәбиров Ковид-19 инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау буйынса оператив штаб ултырышында белдерҙе. Контроль идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре, бигерәк тә, Өфө ҡалаһы, Мишкә, Бөрө һәм Благовещен райондарында етешһеҙлектәрҙең күп булыуын асыҡлаған. Республика етәксеһе яуаплы органдар менән берлектә тикшереүҙе тағы ла көсәйтергә ҡушты.
Әйткәндәй, 12 октябрҙән сертификат-справкалар талап ителгән исемлеккә сауҙа үҙәктәре, шәхси мәҙәниәт учреждениелары ла индереләсәк. Шулай уҡ ҡәтғи контроль ҡала-ара автобустар, «Орлан» поезында ла башлана. Тәүмаҡсат - коронавирус таралыуға юл ҡуймау, вакцинация темптарын арттырып, коллектив иммунитет булдырыу. Ҡыҙғанысҡа, бөгөн сир сигенергә уйламай.
Гөлназ Хәйбуллина