Өфөнөң Инорс биҫтәһендәге Ферин урамы 17/1 адресы буйынса урынлашҡан йорттағы фатирҙарҙың бөтәһенә лә йылы килеп етмәгән. Проблеманы хәл итеүҙә ярҙам һорап улар БЮТ каналы редакцияһына шылтыратты.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтТыштағы температура үткән төндә рекордлы һыуыҡты күрһәтһә, фатир эсендә лә ул әллә ни юғары күтәрелмәй. Электр йылытыу ҡоролмалары тәүлек әйлләнәһенә эшләгәнгә күрә сафтан сыға. Ферин урамындағы күп ҡатлы йортта йәшәүселәр йылытыу миҙгеле башланғанын һаман көтә.
Фатир хужалары әйтеүенсә, подвалды күптән түгел эҫе һыу баҫҡан. Авария тәүге ҡатта йәшәүселәр өсөн эҙемтәһеҙ үтмәгән.
Торлаҡ-коммуналь мәсьәләләре буйынса улар тейешле органдарға мөрәжәғәт итеп ҡараған. Беҙ ҙә торлаҡ файҙаланыу участкаһына барҙыҡ.
Проблема яҡын көндәрҙә хәл ителер тип ышанғы килә. Урамда инженер селтәрҙәрендә ремонт эштәре башҡарыла һәм йортта ысынлап та слесарь торбаларҙы тикшерә.
Рәмилә Исмәғилева