«Инцидент» программаһы ябай кешеләрҙең проблемаһын хәл итә

Сипайлово биҫтәһенең Яр буйы урамында йәшәүселәр интернет мониторинг платформаһына мөрәжәғәт итеп йорттарын ремонтлатҡан. Сөнки 2000 йыл баштарында төҙөлгән йорттоң һуңғы осорҙа стеналары ярыла башлай.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Хатта кирбестәр ҡойолоп төшә. Фатир хужалары ике йыл дауамында төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итеп ҡарай. Әммә боҙ урынынан быйыл ғына ҡуҙғала. Башҡарылған эштәр хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан 9 ҡатлы йортта 300-ҙән ашыу фатир иҫәпләнә, йәш ғаиләләр ҙә, өлкән быуын вәкилдәре лә  күп. Маточкиндар ғаиләһе 4 бала тәрбиәләй. Йорт стеналарының кирбестәре ҡойола башлағас, улар тәү сиратта балаларының ғүмере өсөн хәүефләнә. Һәм хеҙмәтләндереүсе ойошмаларға мөрәжәғәт итә башлай.

Әммә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр проблеманы хәл итергә ашыҡмай. Инцидент системаһына мөржәғәт иткәндән һуң ғына боҙ урынынан ҡуҙғала.

Тәүҙә йорттоң стенаһын тулыһынса нығытыу, йылытыу тураһында һүҙ бара. Әммә капиталь төҙөкләндереү ҡыйбатҡа төшә. Шуға күрә идарасы компания йортта йәшәүселәр менән кәңәшләшкәндән һуң ярылған урындарҙы ямарға, ремонтларға хәл итә.

Әле ремонт эштәре тамамланыу алдында. Фатир хужалары ыңғай үҙәрештәргә ҡыуанып бөтә алмай. Сөнки ҡышҡыһын үтәнән-үтә ел өрөп тормаясаҡ. Синоптиктар хәбәр итеүенсә быйыл сатлама һыуыҡтар көтөлә.

Рәмзиә Кәримова