65 йәштән өлкән граждандар өсөн ҡурсаланыу тәртибен индереү ҡарала

Республика дауаханалары баш табиптары Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа 65 йәштән өлкән граждандар өсөн изоляция тәртибен индереү үтенесе менән мөрәжәғәт иткән.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Асыҡ хатты социаль селтәрҙә Республика клиник йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы баш табибы Азат Мөхәмәтйәнов баҫтырған. Уға республиканың тиҫтәләгән дауаханаһы баш табибы ҡул ҡуйған. Аҡ халатлылар фекеренсә, өлкәндәрҙең үҙизоляцияға китеүе пандемияның сираттағы тулҡынын мөмкин тиклем аҙыраҡ юғалтыуҙар менән үтеү өсөн мөһим.