Иҫәп алыусылар әле үҙҙәренә беркетелгән халыҡ тураһында мәғлүмәт туплай

Көстәрҙе һәм техник сараларҙы барлай. Статистика сараһына әҙерлек сиктәрендә Баймаҡ районында контролерҙар өсөн уҡыуҙар ойошторолдо.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бөтә Рәсәй халыҡты иҫәпкә алыу кампанияһы тәүге тапҡыр һанлы форматта үтәсәк. Шуға ла иҫәпкә алыусыларға сараны ойоштороу ҡағиҙәләрен генә түгел, ә заман ҡоролмаһы менән ҡуллана белергә тейеш. Электрон планшет эшлектән сыҡһа йә иһә хата күрһәтһә, ни эшләргә.Уҡыу барышында контролерҙар ошо һәм башҡа һорауҙарға яуаптар тапты. 

Статистика кампанияһы барышында иҫәпкә алыусылары йорттар буйлап йөрөп, мәғлүмәт туплаясаҡ. Бынан тыш, һәр кем дәүләт хеҙмәттәре порталы аша электрон рәүештә һәм стационар пункттарға барып һорауҙарға яуап бирә ала.  

Эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып, резерв белгестәр тупланған. Иҫәпкә алыусы үҙен насар тойған осраҡта, уны башҡа белгес алмаштырасаҡ. Кампанияға ҡағылышлы һорауҙар буйынса мәғлүмәтте ҡыҙыу бәйләнеш аша ла белергә мөмкин.

 Әлфиә Хәмитова