Тәтешле районында Иҫән хандың исеме мәңгеләштерелде

16-сы быуатта йәшәгән тарихи шәхестең ҡәберлегенә таҡтаташ ҡуйылды. Ирәкте ырыуына ҡараған бей тотош башҡорт халҡы өсөн һынылышлы мәлдең башында тора. Бындай милли геройҙарыбыҙҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ, ти тәтешлеләр. Айнур Кәбиров дауам итә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Быуаттар үткән, зыярат юҡҡа сығарылған, ҡәберлектәр ер менән тигеҙләнгән , әммә халыҡ хәтеренән тарих юйылмаған. Иҫән хан Дәүләтбаев вариҫтары данлы олаталарының ҡәберлеген онотмаған.

Иҫән хан ҡәберлеге Тәтешленең Соҡор ауылы янында урынлашҡан. Был урында элек зыярат булған. Әммә үткән быуат уртаһында ерҙәр тигеҙләнеп сәсеүлектәргә әйләндерелгән. Ауыл халҡының тарихҡа ҡарата хөрмәте һәм милли үҙаңы менән генә был изге урын тергеҙелеп яңы төҫ алды.

Тарихта иһә Иҫән Хан юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдырған. Тархан дәрәжәһендә йөрөгән бей башҡорттар менән Рус дәүләте батшаһы араһында төҙөлгән  килешеүҙәр башында торған.

Милләтте берләштереп абруйлы түрә булып киткән шәхес иҫтәлеге бөгөн дә әһәмиәтен юғалтмай. Ҡәберлектең тергеҙелеүе мосолман донъяһының бөйөк мәғрифәтселәре, оло диндарҙар Ғәли Соҡорой менән Ғарифулла Кейековтарҙың тыуған яғында ғилем һәм иман бер ваҡытта ла онотолмаясағын иҫбатлай.

Айнур Кәбиров