Өфөлә Рәми Ғарипов ижадына арналған кисә үтә

14 октябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Рәми Ғарипов ижадына арналған «Килер бер көн» тип аталған кисә үтә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Шиғриәт, йыр-моң һәм кино кисәһендә шағирҙың үлемһеҙ әҫәрҙәре яңғырай. Сарала «Дәрүиш хан», «Каруанһарай», легендар төркөмдәре, Фәрүәз Урманшин, Азат Йыһаншин, Гөлсөм Бикбулатова, Ринат Фәттәхов ҡатнаша.

Шулай уҡ Рәми Ғариповтың шиғырҙарын билдәле актерҙар уҡый. Тәүге тапҡыр «Шағир көндәлеге» художестволы фильмы кадрҙары күрһәтелә. Тамаша залына инеү өсөн Куар код йәки белешмә булыуы кәрәк. Шулай уҡ концертты онлайн ҡарап буласаҡ.  

Рәмилә Исмәғилева