Миәкә районынан алты йәшлек Ислам Зәйнетдинов турникта 320 тапҡыр күтәрелгән

Миәкә районынан Ислам Зәйнетдинов тиҫтерҙәре араһында донъя рекорды ҡуйҙы. Алты йәшлек малай турникта 320 тапҡыр күтәрелеп әйләнде. Хәҙер ата-әсә улдарының ҡаҙанышын рәсмиләштерергә йыйына. Бының өсөн улар бар процесты кеҫә телефонына төшөрҙө. Рекордсмен баланың ихтыяр көсөнә БЮТ каналы хәбәрсеһе Илдар Байбулатов шаһит булды.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Исламдың һәр иртәһе физик күнегеүҙәрҙән башлана. Мускулдарҙы эшкә егеү өсөн баланың атаһы төрлө зарядкалар эшләтә. Асыҡ һауалағы гимнастиканы малайҙың дуҫтары, хатта һеңлеһе менән ҡустыһы ла ҡалдырмай. Шулай ҙа бөгөнгө бурыс бер күнегеүҙәр менән генә сикләнмәй. Төп маҡсат – 6 йәшлек Исламды донъя рекорды ҡуйыуға әҙерләү.

Ата-әсәнең фатихаһы Исламға көс өҫтәгәндәй тойола. Етмәһә дуҫтары ла дәртләндергә әҙер тора. Бер нисә көн элек тиклем малай турникта  200 тапҡыр күтәрелеп әйләнгән. Шуға ла атаһы улының көсөнә тулыһынса ышана. Ә бына әсә кеше тулҡынланыуын йәшермәй.

Рекордты теркәү өсөн Зәйнетдиновтар улдарын бер юлы ике телефонға төшөрә. Ә был ваҡытта Ислам бер-бер артлы турникта күтәрелеп әйләнә башлай.

Тәүге минуттар ауыр тойолһа ла, бала бирешергә уйламай ҙа. Тик  кейемдең аксессуарҙары ғына бер аҙ ҡамасаулай кеүек тойола. Шулай ҙа атай кеше шунда уҡ улына ярҙам итеп ебәрә.

Әлегә тиклем  Дондағы Ростовтан 6 йәшлек Один Рубанов исемле малай 31 тапҡыр күтәрелеп Рәсәй рекорды ҡуйған булған. Әммә яҡташыбыҙ был күрһәткесте шунда уҡ арттырыуға өлгәште. Улай ғына түгел, Миәкә районы вәкиле 100, 200, хатта 300 тапҡыр күтәрелде.

Күтәрелгән һайын малайҙың хәле бөтә барыуы күҙәтелә. Өҫтәүенә ҡулдарҙың өйкәлеүе һөҙөмтәһендә бармаҡтар тыңлашмай башлай. Күҙҙәрҙән йәш тамып, атаһы туҡтарға ҡушһа ла Ислам тағы ла 20 тапҡыр күтәрелә. Шулай итеп ул 1 сәғәт 27 минутта 320 тапҡыр тартыла.

Исламдың атаһы үҙе лә милли көрәш буйынса донъя чемпионы. Хәҙер бер өйҙә ике рекордсмен. Әммә һуңғы ҡаҙанышты рәсмиләштәреү өсөн ғаиләгә документарҙы һәм видеояҙманы тейешле урындарға ебәреү талап ителә.

Исламдың ихтыяр көсөнә һоҡланмайынса мөмкин түгел. Бындай балалар донъяла бик һирәк һәм уларҙың физик мөмкинлектәрен артабан да үҫтерергә кәрәк.

Ә инде ата-әсә улдарын дәртләндереү маҡсатында Өфөгә экскурсияға алып барырға вәғәҙә биргән. Акварпаркта һыу инеү тураһында Ислам күптән хыяллана.

Илдар Байбулатов