Республикала йыл башынан эскроу- иҫәптәрҙә сумма 2,5 тапҡырға артҡан

1 сентябргә уның күләме 28 миллиард һумдан ашҡан. Төҙөүсе ойошмалар һәм банктар араһында бөтәһе 93 килешеүгә ҡул ҡуйылған. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй. 

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Рәсми сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, әле республикала эскроу-иҫәп нигеҙендә торлаҡтың яҡынса 60 проценты төҙөлә. Иң мөһиме, өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашып фатир һатып алып алданыусылар юҡ.

Торлаҡ төҙөлөшөн проектлы финанслау объекттарҙы һалып бөтөү ваҡытын ҡыҫҡарта. Төҙөлөш ойошмалары банк кредиты ярҙамында бөтә сығымдарҙы ҡаплай ала. Шуға ла күп ҡатлы йорттарҙы файҙаланыуға тапшырыу оҙаҡҡа һуҙылмай. 

Рәсимә Вәисова, Башҡортостан буйынса Милли банктың иҡтисад бүлеге етәксеһе урынбаҫары

Рәмилә Исмәғилева