Республикаға килеүсе туристар ауылдарға барасаҡ

Сәйәхәтселәрҙе – ауылға. Республика парламенты ауыл туризмы үҫеше тураһында закон ҡабул итергә әҙерләнә. Бөгөн был йүнәлеш бик популяр. Ул иҡтисадтың тиҙ үҫешкән тармағы иҫәпләнә. Пандемия шарттарында сит илдә ял итеүселәр кәмей. Шуға ла туристар өсөн үҙебеҙҙә шарттар булдырыу мөһим, тигән фекерҙә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролай вице-спикеры Рөстәм Ишмөхәмәтов:

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Һәр ауылда матур йолалар бар. Был да туристарҙы йәлеп итә ала”, тип иҫәпләй республика парламенты депутаты Гөлнур Ҡолһарина.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Рәсәйҙең Суздаль, Углич, Валдай төбәктәре ауыл туризмы буйынса  үҙәккә әйләнде. Башҡортостанда улар тәжрибәһе өйрәнелә.