Республикала өлкән йәштәгеләргә изоляция тәҡдим ителә

Башҡортостанда өлкән йәштәгеләргә изоляция тураһында мөрәжәғәт Республика башлығы Радий Хәбировҡа тапшырылған. Дауаханаларҙың баш табиптары ошондай башланғыс менән сыҡты. Был тәҡдим коронавирус таралыуҙы сикләү буйынса оператив штаб ултырышында ҡарала, тип хәбәр итәләр Республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән. 65 йәштән өлкәндәрҙе өйҙәренән сығармау тураһында тәҡдим өйрәнелә.