Табиптарға рәхмәт! Аҡ халатлыларға Рәсәй һәм Башҡортостандың дәүләт наградалары тапшырылды. Анюта Андриева Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә ярты быуатҡа яҡын эшләй. Әле ул Илеш районы Мари-Мәнәүез ауылында фельдшер-акушер пункты мөдире. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн бөгөн уға “Хеҙмәт даны” миҙалы тапшырылды. Ул тәьҫораттары менән уртаҡлаша.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЛилиә Һөлөкбаева Стәрлетамаҡ ҡалаһының 2-се дауаханаһында эшләй. Ул – шәфҡәт туташы. “Яратҡан һөнәремде һайланып. Татыу һәм берҙәм коллективта эшләйем. Хеҙмәтемдән уңдым”, ти белгес. Бөгөн ул икенсе дәрәжә “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” ордены менән бүләкләнде.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Һеҙгә хеҙмәтегеҙ һәм ҡотҡарылған ғүмерҙәр өсөн рәхмәт! Һеҙ халыҡ һаулығы һағында тораһығыҙ. Коронавирус пандемияһы тағы ла бер тапҡыр табип һөнәренең мөһимлеген күрһәтте”, тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Коронавирус менән көрәштә фиҙаҡәрлек күрһәткән белгестәрҙең бер төркөмөнә Пирогов ордены, икенсе дәрәжә “Ватан алдындағы ҡаҙаныштар өсөн” һәм Лука Крымский миҙалы тапшырылды.