Өфөлә йәшәгән Ирина Сухорукова Аманатай урамындағы, 7/1 йорт янында көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйыу өсөн контейнерҙар булмауына зарланған. Ул был турала социаль селтәрҙәрҙә хәбәр ҡалдырған. “Беҙ сүп-сарҙы айырым ташлар инек тә, мөмкинлек юҡ”, - тигән ҡатын.
Был мәсьәлә күп төбәктәр өсөн көнүҙәк һанала. Йыл башынан Республика менән идара итеү үҙәгенә 2 мең 591 мөрәжәғәт ҡалдырылған. Уларҙың барыһы ла ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу һәм сүп-сарҙы айырым һалыу мәсьәләһенә ҡағыла.
Ҡатындың хаты баш ҡаланың Киров районы хакимиәтенә ебәрелә. Иң тәүҙә йортта йәшәүселәр менән йыйылыш уҙғарыла. Һуңғараҡ сүп һауыттарын урынлаштырыу өсөн майҙан киңәйтелә. 10 сентябрҙә төҫлө контейнерҙар урынлаштырыла. Уларға сүптәрҙе айырып ташларға мөмкин.
Республика менән идара итеү үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, 2024 йылға тиклем Башҡортостанда сүп-сарҙы айырып йыйыу өсөн майҙансыҡтар булдырыла. Уларҙы урынлаштырыу бурысы муниципаль бермектәр хакимиәтенә йөкмәтелә.