Башҡорт телен күрше төбәктәрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҙә өйрәнә аласаҡ

Сит төбәктәрҙә йәшәп тә Башҡортостанда дәрес алыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Башҡорт теле хәҙер күрше төбәктәрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ өсөн онлайн форматта уҙғарыласаҡ.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Уҡытыусылар Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназия-интернатында. Бәйләнештең икенсе осонда Татарстан, Силәбе, Ҡурған һәм Ханты-Мансы мәктәптәре. Яҡын киләсәктә дәрестәргә ҡушылыусылар артасаҡ, ти ойоштороусылар.

Рәсәй төбәктәрендә башҡорт телен уҡытыуға ярҙам үҙәге мөғәлимдәрҙең үҙҙәре өсөн дә дәрестәр бирәсәк. Төрлө төбәктәрҙә телде уҡытыусы педагогтар яңы эш алымдары менән таныша, тәжрибә туплай ала. Дәрестәр аҙнаһына бер тапҡыр була һәм һәр төбәктең телде белеү, әҙерлек кимәленә ҡарап ҡорола.

Айнур Кәбиров