Республика учреждениеларында был аҙнала индерелгән сикләүҙәр үтәлеше тикшерелә

Дәүләт мәҙәниәт учреждениеларына, шул иҫәптән китапханаларға хәҙер прививка эшләткән кешеләрҙе генә үткәрәләр. Ҡағиҙәләрҙе үтәмәгән ойошмаларға ҙур штрафтар янай, эшмәкәрлеге туҡтатылыуы ихтимал.

12 октябрҙән сертификат-справкалар талап ителгән исемлеккә сауҙа үҙәктәре, шәхси мәҙәниәт учреждениелары өҫтәлә. Шулай уҡ ҡәтғи контроль ҡала-ара автобустар, “Орлан” поезында ла башлана. Маҡсат - коронавирус таралыуға юл ҡуймау, вакцинация темптарын арттырып, коллектив иммунитет булдырыу. Башҡортостан Башлығының контроль идаралығы баш консультанты Айгиз  Кималов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республика райондарында халыҡты вакциналау өсөн күсмә бригадалар эшләй. Табиптар көн дә ауылдар буйлап йөрөп прививка эшләй. Район поликлиникаларында вакцинация ял көндәрендә лә туҡтатылмай. Эш көндәрендә иртәнге 8-ҙән киске 8-гә, ял көндәре сәғәт 4-кә тиклем прививка эшләтергә мөмкин.