Тантанала Республика башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин ҡатнашты. "Башҡортостанда был спорт менән 17 мең кеше шөғөлләнә. Ярыштарҙы ҙур ғорурлыҡ менән ҡабул итәбеҙ, Суперфиналдарҙы уҙғарыу Республикала шахматты тағы киңерәк танытыу мөмкинлеге бирә", тине Александр Сидякин. Шахмат буйынса Суперфинал уйындары бөгөн башланды һәм 20 октябргә тиклем дауам итә.