Бөгөн Өфөлә иң оҫта һыбайлылар асыҡланды. Таһир Күсимов исемендәге ипподромда “Терра Башҡортостан” турнирының финалы ойошторолдо. Унда төрлө райондарҙан һәүәҫкәр спортсылар ҡатнашты. Тамашасылар бындай ярыштарҙың айырыуса йәнле уҙыуы хаҡында белдерҙе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Терра Башҡортостан” турниры киләһе йылда ла дауам итәсәк. Был турала беҙҙең радиоға биргән интервьюһында Йылҡысылыҡ һәм ат спорты буйынса компетенциялар үҙәге баш зоотехнигы Тәхәүи Вәлиев белдерҙе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЕңеүселәр исемлеге менән "Аҡбуҙат" ипподромы сайтында танышырға мөмкин.