Ялыуҙар тауыш биреүселәрҙең ил киләсәгенә битараф түгеллеген күрһәтә

Радий Хәбиров Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары менән осрашып мөрәжәғәттәрҙең күп булыуы яҡшы күренеш, тип билдәләне. Республика етәксеһе әйтеүенсә, һайлауҙар пандемия шарттарында көсөргәнешле үтә һәм тап шуның өсөн дә ул өс көнгә һуҙылды.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ләкин республиканың һайлау системаһы был һынауҙы уңышлы үтте. Халыҡҡа гражданлыҡ бурысын үтәү өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ шарттар тыуыҙырылды. Иң мөһиме тауыш биреүселәр, кандидаттар, күҙәтеүселәр ҙә фәҡәт ҡануниәт сиктәрендә эш иткән. Ә инде килгән мөрәжәғәттәрҙе ентекле өйрәнеү мотлаҡ, тине Радий Хәбиров.

Айнур Кәбиров