Өфөлә ҡәләм оҫталары Шәһит Хоҙайбирҙиндың һәйкәленә сәскәләр һалды

Өфөлә яҙыусы һәм журналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскәләр һалыу тантанаһы үтте.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Шәхестең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уҙғарылған сарала Башҡортостан Журналистар Союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов, республика мәғлүмәт саралары етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Тантанаға шулай уҡ Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Республика Хөкүмәте премияһы лауреаттары ла саҡырылғайны. 30 йыл эсендә республиканың төп журналист премияһына йөҙләгән ҡәләм оҫтаһы лайыҡ булған.

Башҡорт журналистикаһын үҫтереүгә тос өлөш индергән шәхестең Матбуғат йорто эргәһендәге һәйкәле лә журналистар өсөн изге урын. Хеҙмәттәштәр бынан ары йыл һайын Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған көнөндә уның һәйкәле янында хәтер сараһы уҙғарырға килеште.  

Гөлдәриә Йосопова